Разида Абдрахимова
Өйләнеү, туй үткәреү , никах эшләү өсөн май айын халыҡ ни өсөндөр урап үтә. Имеш ,урыҫтар әйтмешләй, «в мае женился- век маялся». Был һүҙҙәрҙең уйҙырма икәнен, ә барыһы ла кешенең үҙенән торғанын, май айының бер ғәйебе лә юҡлығын иҫбат итеүселәр бар.
Белорет районы Мәхмүт ауылында йәшәүсе атайым -Әбдрәхимов Сәяр Исмәғил улы менән әсәйем Гәүһәр Хөсәйен ҡыҙы 1961-се йылдың 1-се майында өйләнешәләр. Бына инде 58 йыл улар сәстәрен сәскә бәйләп, ике яҙмышты бер итеп, матур, татыу ғүмер кисерәләр.
Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килһә,йәшлек йылдарында уларҙың иңдәренә һуғыштан һуң тыуған илебеҙҙе күтәреү ауырлыҡтары төшә.
Әсәйем- Гәүһәр Хөсәйен ҡыҙының бала –сағы бик ауыр була. Атаһы, Хөсәйен олатай, фин һуғышында алған яраларҙан мантый алмай 1941-се йылда үлеп ҡала. Ауырыуҙан һуҡыр өләсәйем Мөхөпъямал 4 бала менән тороп ҡала.Әсәйемдең һөйләгәдәренән: һыуыҡ өйҙә нимә бар, шуны ябынып ятабыҙ.Кис етһә әсәйем һыу ҡайнатып, тоҙ һала ла “Тороғоҙ, тоҙло һыу булһа ла эсеп ятығыҙ “,-һыу эсерә ине. Шул һыуҙы эскәс, йылынып, туйып , йоҡлап китә инек. Хәлдерәк ағайым, һарыҡ һуйғас, тиреһен китереп бирҙе. Шул тирене йыуып, әҙләп кенә ҡырҡылап, тимер мейескә йәбештереп, өтөп ашаныҡ.
Һуғыш бөткәс тә еңеллек килмәй.Тамҡ туйҙырыр,кейенер өсөн ҡурай еләге, көртмәле йыйып, көйәнтә менән 20 км! араны йәйәү үтеп, Тирләнгә һатырға бара.Бер барғанында аҡсаһын да урлайҙар.
15 йәшлек әсәйемде сайыр ағыҙырға ебәрәләр.Ябыҡ ҡына,бәләкәй буйлы ҡыҙҙың унда күргән михнәттәрен һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел.
Олатайым Исмәғил һуғышҡа киткәндә атайымдар ғаиләлә 7 бала бала ҡалалар,оло ағайҙар ФЗУ-ла булғас. Бәләкәй туғандарын ҡарашыу, ашарға хәстәрләү атайымдың иңенә төшә.Бер йәй өләсәй менән һарына йыйырға сығалар. Һарына бик күп була, 3 тоҡ йыялар, тик кире ҡайтыр юлда аҙашалар һәм 2-се көндә Үрге Арша ауылына барып сығалар. Улар шатланып узкоколейка юлына баралар,өләсәй атайымды вагонға утырта, тик үҙе утырам тигәндә, тоҡ сиселеп һарына түгелә. Атайым вагодан төшөп ҡала, һарына йыйып алып, 5 тәүлек тигәндә ҡайтып етәләр. Аяҡтар сейләнеп, ҡанап сыға. Ауыл халҡы уларҙы юғалтып эҙләргә сыҡҡан була.
Атайымдың бәхетенә олатай һуғыштан иҫән-һау ҡайта.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, атайым да сайыр ағыҙырға төшә. Күрше үҫкән ике йәш йөрәк бер-береһен ауыр эш ваҡытында табалар. Атайым бәләкәй генә буйлы ҡыҙҙың ауыр биҙрәләр менән сайыр ташығанын күреп йәлләй, уға ярҙам итергә тырыша. Һәр ваҡыт ярҙамға ынтыла.
Тормош юлы гөл- сәскәле түгел, уның һикәлтәләре күберәк.Ниндәй генә ауыр ваҡыттар булмаһын,атайым менән әсәйем бирешмәйҙәр. Эйе, яҙмыш уларҙы түҙемлеген тикшергәдәй, һынау артынан һынау ебәрә. Атайымдың хәтәрҙәре күп була.Күҙенә тимер сым кереп, һул күҙе һытыла. 3 ай Өфөлә больницала ята. 1975-се йылғы ҡоролоҡ йыл, 3 бәләкәй бала. Әсәйем унда ла бирешмәй, малдарын бөтөрмәй, тешен ҡыҫып донъя көтә. Колхоз малдарын көткәндә бер генә түгел,3 ҡабат йәшен ата, аяғын да, ҡулын да һындыра. Ә иң ҡурҡынысы, айыу менән һуғышып тере ҡалды. Был хәл дә көтөүҙә булды. Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, бөгөнгө көндә атайым менән әсәйем бәхетле ғүмер кисерәләр.
Өс балаға ғүмер бүләк итеп, үҙ ғүмерҙәрендә 2 өй һалып керәләр.Әсәйемдең дә, атайымдың да әсәһен матур итеп тәрбиәләп һуңғы юлга оҙаталар.
58 йыл инде улар бергә. Атайым менән әсәйемдән “бәхет сере нимәлә?”-тип һорағас, улар “Беҙ мөхәббәт тигән нәмәне белмәнек, тик бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп,тыңлап йәшәнек. Тормоштоң төрлө ваҡыттары була, түҙәргә кәрәк”.
Беҙҙең өйҙә иң ҙур байлыҡ- китаптар.Мәктәпте уҡып бөтөрөргә мөмкинлектәре булмаһала, атайым менән әсәйем уҡырға яраталар. Әле һаман улар “Йәшлек “, район гәзите“ Урал” , “ Башҡортостан ҡыҙы“ журналының актив укыусылары.Үҙҙәренә уҡыу бәхете теймәгәс, беҙҙең өсөбөҙҙөлә уҡытып, башлы –күҙле иттеләр. Матур тәрбиә биреп, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Ярҙамсыл булырға,ауырлыҡтаға бирешмәҫкә өйрәттеләр.
Атайым менән әсәйемдең хәҙер 9 ейән-ейәнсәрҙәре, 1бүләсә һәм4 бүләләре бар.Үҙҙәренең аҡыллы кәңәштәрен, ғүмер тәжрибәһен йәш быуын менән уртаҡлаша.
Тәҙрә төптәрендә,баҡсала гөлдәр шаулап үҫә. Атайым баҡса үҫтерегә ярата. Әле һаман йорт тулы мал.Хәҙер улар береһе ҡайҙа, икенсеһе лә шунда, бер-беренән бер аҙым да ҡалмайҙар.
Ҡәҙерлеләрем! Беҙҙең иң оло бәхетебеҙ һеҙ.Беҙҙе шатландырып, йәштәргә үрнәк булып йәшәгеҙ ҙә, йәшәгеҙ әле.
Яҙмыш мине тыуған оямдан йыраҡҡа осорҙо. Шуға ла минең өсөн иң ҙур бәхет, ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, иртән уянып атайым менән әсәйемдең икәү ара сөҡөрҙәшеп сәй эскәндәрен тыңлап ятыу. Мине, иркә ҡыҙыҡайҙы,әсәйемдең тәмле аштары, атайымдың яҡҡан мунсаһы, тыуған өйөм шатланып оҙаҡ йылдар ҡаршылаһын ине.