Ә һеҙ беләһегеҙме 1917 йылда кемгә нисә йәш булған? Әхмәтзәки Вәлидигә – 27 Шәйехзада Бабичҡа – 22 Муллаян Халиҡовҡа – 23 Харис Йомағоловҡа – 26 Шәрифйән Манатовҡа – 30 Юныс Бикбовҡа – 33 Мстислав Ҡулаевҡа - 44 Муса Мортазинға – 26 Ғәлимйән Тағанға – 25 Мөхәмәтша Буранғоловҡа – 29 Сөләймән Мырҙабулатовҡа – 27 Исемлекте артабан дауам итергә мөмкин. Башҡорт иле, еребеҙ, милләтебеҙ яҙмышын үҙ иңенә алған шәхестәребеҙ ниндәй йәш булған! Әммә улар йөмһүриәтебеҙ өсөн бөйөк эштәр атҡарған!!! Уйланырға урын бар... *** Бына ошо яҙманы "Йәшлек" гәзитенең архивынан алып, үҙебеҙҙең фекерҙе өҫтәп берләшмәбеҙгә ҡуйҙыҡ. Уны бик күп башҡорт төркөмдәре үҙҙәренә ҡуйҙы. Әммә беҙҙең берләшмәнең исемен яҙманылар. Ярай, ул Рөстәм Хәмитов заманы ине. Башҡортостандың беренсе Президентының исемен телгә алыуҙы тыйҙы. 7 йылдан ашыу! Ләкин хәҙер Ил ағаһының исемен телгә алыу тыйылмай. Ҡайһы берәүҙәр барыбер һаман булһа ҡурҡа... Ни өсөн тыуған илебеҙҙә - аҫаба еребеҙҙә үҙ күләгәбеҙҙән үҙебеҙ ҡурҡып йәшәйбеҙ һуң ул?!. *** Мотлаҡ ҡарағыҙ, уйланығыҙ. "Янсыҡ" Фильм. #ӘхмәтзәкиВәлиди #Башҡортостан #Өфө #Башкортостан #Башкирия #Уфа #Башҡорт #Башкир #bashkort

Теги других блогов: Башкирия Башҡортостан Өфө