Уҡый Азамат Юлдашбаев һәм Алина Галеева Салауат Әбүзәр Таш быуаттан килә минең телем, Мәмерйәлә тыуған тәүге өнө. Һөңгө сыңы ишетелә унда, Һеңеп ҡалған уға ут төтөнө. Яңғыраған ул йыртҡы шаулағанда, Йәйәләрҙән осҡан уҡ булып, Тиртеп сыҡҡан бейә елененән, Сәскәләрҙән тамған һут булып. Күтәрелеп Урал үренә Үртәгәндәр уны һәм аҫҡандар Меңәрләгән ауыл көлөнән Ул терелеп ҡабат атылып сыҡҡан Бишектәге сабый теленән. Башҡорт еҫе, башҡорт рухы бында – Һауаһында, ерем, һыуымда. Бөгөн әгәр телде һаҡламаһаҡ, Нимә ҡалыр килер быуынға? Ата-бабаларҙың аманаты, Тере рухы – башҡорт теле ул. Халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһы, Милләтемдең изге түле ул. Минең телем, һинең телең - Башҡорт теле! *** Салауат Әбүзәр "Туған тел" Ниндәй көнгә ҡалдыҡ: туған телде Өйрәнәбеҙ ғаризалар яҙып. Был бит ерләү бөгөн Әсә телен, Үҙ ҡулыбыҙ менән ҡәбер ҡаҙып. Был – милләтте юҡ итеүҙең башы, Был – юғалтыу тыуған илеңде! Тимәк, бөгөн килер быуындарҙың Муйынына элмәк эленде! Телһеҙ Герасимдай булһаҡ әгәр, Балабыҙ ҙа булыр ине бер Муму, Ете яттар телде быуа алмай, Үҙебеҙ батырабыҙ беҙ уны. Ниндәйҙер бер Иван ҡулындамы Туған телебеҙҙең ғүмере?! Батшаларға баш эймәгән башҡорт Ошо яҙмышына күнерме?!. #йөрәкһүҙе